0%

Һылыу ҡоштар(шиғыр). Төхвәт Йәнәби

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һылыу ҡоштар (шиғыр )
автор Төхвәт Йәнәби
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һылыу ҡоштар


 Абау, һылыу ҡоштары,
 Нәп-нәҙек суҡыштары,
 һоҡландырғыс һындары,
 Аҡ уҡалай түштәре.
 Беҙҙе һағынып килгәндәр,
 Йәшел талға ҡунғандар,
 Сыр-сыу килеп һөйләшеп,
 Һайрарға тотонғандар.
 Әйҙә һайра, һайрағыҙ,
 Матур талдар һайлағыҙ,
 Оя яһап, сырылдап,
 Эшегеҙҙе яйлағыҙ!

 


1988 йыл